Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2024, 06:10

Дүртенсе кимәлдәге магнит дауылы килә

Ғалимдар иҫкәртә: Ерҙә бик көслө магнит дауылы буласаҡ. Иң юғары кимәл биш балл менән иҫәпләнһә, быныһының күрһәткесе - дүрт...

Дүртенсе кимәлдәге магнит дауылы киләДүртенсе кимәлдәге магнит дауылы килә
Дүртенсе кимәлдәге магнит дауылы килә

"Әле магнит дауылының ҡасанға тиклем йоғонто яһары билдәле түгел. Бөгөн-иртәгә метеобәйле кешеләр һаҡланһын", - ти тикшеренеүҙәр барған лабораторияларҙа эшләүселәр.

Әйткәндәй, быға тиклем ошондай көслө магнит дауылы, мөмкин булған бишенсе кимәллеһе, 2005 йылда күҙәтелгән.

Һаҡ булығыҙ!

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас