Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2024, 08:20

500 мең бала лагерҙә ял итәсәк

Быйыл йәйге каникулда Башҡортостандың балалар лагерҙарында 500 меңгә яҡын уҡыусы ял итәсәк.

500 мең бала лагерҙә ял итәсәк500 мең бала лагерҙә ял итәсәк
500 мең бала лагерҙә ял итәсәк

 Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә БР мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте.

Муниципалитеттарҙан алынған  яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2024 йылдың йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осоронда 1 770 балалар ялы ойошмаһы эшләй башлаясаҡ. Улар иҫәбендә 911 көндөҙгө лагерь, 99 ҡала ситендәге стационар лагерь, 10 палаткалы лагерь, 675 балалар хеҙмәт һәм ял лагеры, 75 профилле (тематик) лагерь.

Башҡортостандың балалар лагерҙарында Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 1 200 баланы ял иттереү күҙаллана.

Быйылға  балалар ялы- һауыҡтырыу кампанияһын финанслауға бөтәһе 2,96 миллиард һум аҡса  ҡаралған.

Республиканың мәғариф һәм фән министрлығы етәксеһе ата-әсәләрҙең республика программаһы сиктәрендә балалар лагерына юллама хаҡының 30 проценты күләмендә компенсация аласағын иҫкә төшөрҙө.

Башҡортостан Башлығы балаларҙың лагерҙарҙа хәүефһеҙлеген тәьмин итергә, янғынға ҡаршы, санитар талаптарҙы ҡәтғи үтәргә ҡушты.

–Шулай уҡ балаларҙың күңеленә ниндәйҙер яҡшы нәмә һалыу мөһим. «Мөһим нәмә тураһында Һөйләшеү», «Ирҙәр һөйләшеүе» йәки башҡа проекттар сиктәрендә фәһемле саралар ҡаралырға тейеш. Осрашыуға хәрби комиссариатта эшләгәндәр, министрлыҡ, ведомство етәкселәре лә килһен, – тип тәҡдим итте Радий Хәбиров. – Беҙ һәр ваҡыт балаларыбыҙҙың рухи үҫеше, тәрбиәһе өсөн көрәшергә тейеш.

Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, 2023 йылда Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында капиталь булмаған ҡоролмалар (тиҙ төҙөлә торған конструкциялар) төҙөүгә федераль бюджеттан субсидия биреүгә, шулай уҡ балаларҙың ял итеү һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмаларында ғәмәлдәге инфраструктура объекттарына капиталь ремонт үткәреүгә конкурс буйынса һайлап алыуҙы уңышлы үткән. 2024 йылда был программа буйынса Шишмә районының «Патриот» паркында, Ҡыйғы районының «Маяҡ» лагерында, Өфөнөң «Чайка» лагерында һәм Стәрлебаш районының «Орленок» лагерында биш тиҙ төҙөлә торған модуль төҙөү күҙаллана. "Орленка" ла шулай уҡ медицина һәм аҙыҡ-түлек блоктарына капиталь ремонт үткәреләсәк.

Был маҡсатҡа федераль бюджеттан – 144 миллион һум, республика бюджетынан 27,5 миллион һум йүнәлтелә.

Радий Хәбиров балалар ялы инфраструктураһын үҫтереү буйынса федераль программаларҙа әүҙемерәк ҡатнашырға ҡушты.

 

 

Фото: Башинформ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас