Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2024, 13:00

117-се гуманитар ылау

Махсус хәрби операция зонаһына Башҡортостандан 117-се гуманитар конвой юлланды.

117-се гуманитар ылау117-се гуманитар ылау
117-се гуманитар ылау

Ул Республика башлығы ҡушыуы буйынса Башҡортостандан ирекмәндәр һәм мобилизацияланғандар өсөн йыйылды, тип хәбәр итә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. Йөк составында юғары үтеүсәнлектәге автомобилдәр, ағас материалдары, мобиль мейестәр, мунсалар, автоприцептар, тепловизорҙар, шулай уҡ йоҡо ҡапсыҡтары, кейем һәм аҙыҡ-түлек бар.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас