Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Марта 2024, 15:30

Янғын хаҡында хәбәр итеүсе ҡоролма һәр йортҡа кәрәк

Янғын хаҡында хәбәр итеүсе ҡоролма һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Ул янғынды асыҡлай, көслө сигнал бирә һәм йоҡлап ятҡан кешене уята. Ҡоролманы ҡайҙан алырға? Был һорауға Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре яуап бирә.

Янғын хаҡында хәбәр итеүсе ҡоролма һәр йортҡа кәрәкЯнғын хаҡында хәбәр итеүсе ҡоролма һәр йортҡа кәрәк
Янғын хаҡында хәбәр итеүсе ҡоролма һәр йортҡа кәрәк

Халыҡтың 15 категорияһына, мәҫәлән, күп балалы ғаиләләргә һәм яңғыҙ йәшәгән оло йәштәге кешеләргә ул бушлай бирелә. Тулы исемлекте ошонда табырға мөмкин: vk.cc/cp8yXl.

???? Атап үтелгән ҡоролманы алыу өсөн Янғынды иҫкәртеү үҙәгендә эш көндәрендә сәғәт 9.00-ҙан 18:00 сәғәткә тиклем 8 (347) 272-00-24 телефоны аша заявка ҡалдырырға йәки уны электрон почтаға ебәрергә кәрәк: centrppu@ppsrb.ru.

Әгәр һеҙ бер категорияға ла тура килмәйһегеҙ икән, уны электр ҡорамалдары һәм электр тауарҙары магазинында һатып алырға мөмкин.

Шулай уҡ түбәндәге мәғлүмәт менән танышығыҙ:

▫ Туңған һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре

▫ Һаҡ булығыҙ, һөрөмлө газ: үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ағыуланыуҙан нисек һаҡларға

▫ ️Балалар өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Фото: https://vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_2739

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас