Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Март 2024, 15:45

Янғын...

Бөгөн көндөҙ Мәсетле районының Оло Аҡа ауылында йорт янған.

Янғын...Янғын...
Янғын...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре, ирекмәндәр килеп еткән мәлдә ут мунсаға, һарайға ла күскән була.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 1964 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм дознавателе ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлаясаҡ.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас