Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Марта 2024, 12:52

Иҫерек ҡатын табип һәм полиция хеҙмәткәрҙәре менән талашҡан

Салауат ҡалаһында иҫерек ҡатын медицина хеҙмәткәрҙәренә үҙ эшен башҡарырға ҡамасаулай. Полиция хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килгәс, ул уларҙы мыҫҡыллай башлай һәм һөжүм итеп маташа.

Иҫерек ҡатын табип һәм полиция хеҙмәткәрҙәре менән талашҡанИҫерек ҡатын табип һәм полиция хеҙмәткәрҙәре менән талашҡан
Иҫерек ҡатын табип һәм полиция хеҙмәткәрҙәре менән талашҡан

Был ҡылығы эҙһеҙ үтмәгән: 1980 йылғы ҡатынға 20 мең һум күләмендә штраф һалынған. Бынан тыш ул полиция хеҙмәткәренә компенсация ла түләргә тейеш.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас