Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Март 2024, 13:00

Өфөләге тикшереүҙәр барышында 12 кеше хәрби иҫәпкә ҡуйылған

Өфөлә рейдтар дауам итә, уның сиктәрендә хоҡуҡ һаҡлаусылар Рәсәй гражданлығын алып та, хәрби иҫәпкә ҡуйылмаған кешеләрҙе эҙләй. 

Өфөләге тикшереүҙәр барышында 12 кеше хәрби иҫәпкә ҡуйылғанӨфөләге тикшереүҙәр барышында 12 кеше хәрби иҫәпкә ҡуйылған
Өфөләге тикшереүҙәр барышында 12 кеше хәрби иҫәпкә ҡуйылған

Был хаҡта Өфө гарнизоны буйынса хәрби тәфтиш бүлегенән хәбәр итәләр.

Рейд барышында хеҙмәткәрҙәр сит ил кешеләре һәм гражданлыҡ алған кешеләр эшләгән һәм ял иткән урындарҙы тикшергән.

Рейдтар йомғаҡтары буйынса хәрби иҫәпкә 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге 12 кеше ҡуйылған. 

Фото: Рәсәй Тәфтиш комитетының Өфө гарнизоны буйынса тәфтиш бүлеге.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас