- Башҡортостан халҡы, һеҙҙе теракт ҡорбандары булған ватандаштарыбыҙ иҫтәлегенә Өфөләге стихиялы мемориалға сәскә һалырға саҡырабыҙ. Ниндәй ҙә булһа символиканы ҡулланыу ҡәтғи тыйыла, - тип яҙалар ведомствоның сәхифәһендә.
- Бөгөн дөйөм милли матәм көнө. Барлыҡ флагтар төшөрөлгән. Күңел асыу саралары туҡтатылған. Өфө бөтә ил менән бергә ҡайғыра, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Өфө мэры Ратмир Мәүлиев.
Фото: Ратмир Мавлиев, телеграм-каналдан.