Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Март 2024, 05:00

Валерий Леонтьев йырсы карьераһын тамамлай

Рәсәйҙең халыҡ артисы, билдәле йырсы Валерий Леонтьев сәхнәнән китергә ҡарар иткән.

Валерий Леонтьев йырсы карьераһын тамамлайВалерий Леонтьев йырсы карьераһын тамамлай
Валерий Леонтьев йырсы карьераһын тамамлай

75 йәшлек Рәсәй йырсыһы йәше һәм сәләмәтлеге арҡаһында ошондай ҡарарға килгән. «Мине йәш көйөнсә хәтерҙә ҡалдырыуҙарын теләйем, әле иһә саҡ атлап йөрөйөм», – тигән ул.

Валерий Леонтьевтың һуңғы йылдарҙа сәләмәтлеге менән етди проблемалары бар.  Шунлыҡтан музыкаль фестивалдәргә лә йөрөмәй, үҙенең концерттарынан да баш тарта.  Аяҡтары менән проблемаһы 2000 йылдар башында уҡ башлана. Бер сығышында бер аяғының тубығын ауырттыра, күп тә үтмәй – икенсеһенекен. Шоуҙарында  күп бейегәнлектән уға сығыш яһауы ауырлаша, операция талап ителә. Унан һуң оҙаҡ реабилитация үтә.

  Валерий Леонтьев мартта Рәсәйҙә 75 йәшлек юбилейын концерт менән билдәләргә планлаштырған була, әммә һуңғы минутында концертынан да,  юбилей тантаналарынан да баш тарта. 19 мартта – үҙенең тыуған көнөндә карьераһының тамамланыуы тураһында рәсми рәүештә иғлан итә.  Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Ярты быуат  сәхәнлә – үҙе үк әҙ түгел, тигән фекерҙә талантлы йырсы.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас