- Әлеге ваҡытта Рәсәй Эске эштәр министрлығының миграция подразделениелары Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенән хеҙмәттәштәре менән берлектә тотолған һәр кешенең Рәсәй Федерацияһы территорияһында булыу нигеҙҙәрен һәм оҙайлығын ентекле тикшерә, уларҙың йәшәү адрестарын, шулай уҡ башҡа мөһим мәғлүмәттәрҙе асыҡлай. Журналистарҙы һәм блогерҙарҙы тикшерелмәгән мәғлүмәттәрҙе һәм ваҡытынан алда баһалауҙарҙы баҫтырыуҙан тыйылырға, хоҡуҡ һаҡлау ведомстволарының рәсми хәбәрҙәренә генә ышанырға саҡырабыҙ, - тип белдерҙе Ирина Волк.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.