Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Марта 2024, 10:00

Байлыҡ эҙләүе үлемгә килтергән

 Бразилиянан 71 йәшлек Жоао Пименто өйөнөң иҙәне аҫтында 40 метрлыҡ соҡор ҡаҙыған.

Байлыҡ эҙләүе үлемгә килтергәнБайлыҡ эҙләүе үлемгә килтергән
Байлыҡ эҙләүе үлемгә килтергән

  Ул ғүмер буйы байлыҡ табыу тураһында хыялланған була. Быға  аш-һыу бүлмәһе аҫтында алтын күмелгән, уны алыу өсөн тәрән итеп соҡор ҡаҙырға кәрәк, тип төш күреүе лә сәбәпсе булғандыр. Төшөнә ныҡ ышанған ир бер йыл буйы шул соҡорҙо ҡаҙа. Ҡайһы бер саҡта эшселәр ҙә яллап эшләтә.   Һөҙөмтәлә соҡор 40 метр тәрәнлеккә етә.  Әммә байлыҡ урынына уны фажиғә һағалап торған.  Ир үҙе ҡаҙған соҡорға ҡолап төшә һәм алған йәрәхәттәренән арына алмай, шунда һәләк була.   Ҡолап төшкәс тә үлгәнме, әллә сыға алмай бер нисә көн ятҡанмы – уныһы ла билдәле түгел.   Күршеләре уны күпмелер ваҡыт үткәс кенә табып алған.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас