Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Марта 2024, 04:53

"Аэрофлот" "Крокус Сити Холл"да булған терактҡа бәйле пассажирҙарға мөрәжәғәт итә

"Аэрофлот" авиакомпанияһы Шереметьевонан осоусы пассажирҙарҙы аэропортҡа осоу ваҡытынан өс сәғәт алда килергә саҡырҙы. Был Мәскәүҙә "Крокус Сити Холл" террористик акцияһы арҡаһында өҫтәмә хәүефһеҙлек саралары менән бәйле.

"Аэрофлот" "Крокус Сити Холл"да булған терактҡа бәйле пассажирҙарға мөрәжәғәт итә"Аэрофлот" "Крокус Сити Холл"да булған терактҡа бәйле пассажирҙарға мөрәжәғәт итә
"Аэрофлот" "Крокус Сити Холл"да булған терактҡа бәйле пассажирҙарға мөрәжәғәт итә

"Крокус Сити Холл"да булған фажиғәле ваҡиғаға бәйле пассажирҙар 22 марттан (киске сәғәт 8-ҙән) алып 25 мартҡа тиклем осоусы рейстарҙы кире ҡаҡҡан осраҡта, маршрутты һаҡлап ҡалып, тәүге осоу датаһынан алдағы 3 көнгә авиабилеттарҙы мәжбүри ҡайтанан рәсмиләштереүгә йәки тулы хаҡты кире ҡайтарыуға рөхсәт ителә", - тиелә авиакомпанияның белдереүендә.

Фото:Ксения Калинина.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас