***
Мәскәү... Йәнә теракт бара,Ҡанһыҙҙарҙың аңһыҙ уйындары.Ҡурсаҡ-террористың зиһене юҡ,Әжәл биләй уның ҡуйындарын.Ҡурсаҡ-террористың зиһене юҡ,Йөрәге юҡ, Ерҙә кәрәге юҡ.Ҡатилдарҙың ҡаты талабы бар,Азат илдән уға терәге юҡ.Ҡатилдарҙың ҡаты талабы бар,Бәғерҙәре таштай ҡатҡандарҙың.Тере килеш ожмахтан баш тартып,Тамуҡтарҙа янып ятҡандарҙың.Тере килеш ожмахтан баш тартып,Иман һатҡан тере көйөк ул.Ғазраилдың әҙәмде ҡан илатҡан,Ҡәһәр төшкөр зәһәр көйө ул.Ғазраилдың әҙәмде ҡан илатҡанҺын-ҡурсағы йәнһеҙ террорист.Ғаләм илар, Ғаләм уйынынаҠыҫтырылһа ғәмһеҙ юморист.Ғаләм илар, Ғаләм уйынынаӘҙәм түгел, Әжәл уйнаһа.Туймаҫ нәфсеһенә баш булалмайНәфсе баҫыр хәжәт уйлаһа.Туймаҫ нәфсеһенә баш була алмайҠанһыҙ Ҡатил - Шүлгән илсеһе...Тереһыуға сарсап Әҙәм көтәИрек бирер Урал илсеһен.Бар тереклек, бөтә Ғаләм көтә,Шүлгән түгел, Урал илсеһен.
Зөлфирә Ҡарағужина23.03.2024 й.