Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2024, 18:30

Алданалар ғына...

Уҙған тәүлектә республика халҡы мутлашыусыларға 1,5 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.

Алданалар ғына...Алданалар ғына...
Алданалар ғына...

Өфөнән 75 йәшлек психология уҡытыусыһына "етәксеһенән" хәбәр килә, йәнәһе лә, тиҙҙән уның менән хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә сығасаҡ. Әйтмәксе лә, бер аҙҙан "полиция хеҙмәткәре" шылтыратып, билдәһеҙ кешеләрҙең уның шәхси мәғлүмәттәрен урлауы хаҡында әйтә, тиҙерәк "ҡаршы кредит" алырға кәрәк, тип өгөтләй... Ошо аферистарға ышанып, уҡытыусы кредит алыу өсөн банкка юллана. Һуңынан 600 мең һумдан ашыу кредит аҡсаһын "полиция хеҙмәткәре" әйткән иҫәпкә һала.

Яңауыл һәм Ҡыйғы райондарында йәшәүсе ҡатындарҙы ла ошо уҡ схема буйынса алдағандар. Ҡыйғы районынан 43 йәшлек ҡатын - 619 мең һум, ә Яңауыл районынан 36 йәшлек ҡатын 980 мең һумлыҡ кредит аҡсаһын мутлашыусылар иҫәбенә күсергән.

Өфөнән 27 йәшлек ҡатын иренең уяулығы арҡаһында 500 мең һум аҡсаһын һаҡлап ҡала алған. Ғариза биреүсенең һөйләүенсә, уға "хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм банк хеҙмәткәрҙәренән" шылтыратыу килә. Шылтыратыусылар, аҡсағыҙҙы урламаһындар өсөн тиҙ арала "ҡаршы кредит" алырға кәрәк, тип ҡурҡыта. Ҡатын был турала иренә әйткәс, хәләл ефете уны хаталы аҙымдан аралап, банкка түгел, ә полиция бүлегенә барырға кәңәш итә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, мутлашыу факттары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас