Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Март 2024, 11:00

Әбейҙәрҙе үлтереүсе маньяк хөкөм ителде

Был ир үҙен ЖЭУ хеҙмәткәре итеп  танытып, әбейҙәрҙең өйҙәренә ингән. Төрлө ҡалалаларҙа 31 оло йәштәге ҡатынды үлтергән.

Әбейҙәрҙе үлтереүсе маньяк хөкөм ителдеӘбейҙәрҙе үлтереүсе маньяк хөкөм ителде
Әбейҙәрҙе үлтереүсе маньяк хөкөм ителде

Татарстандың Юғары суды Ҡазанда йәшәүсе «Волга буйы маньягы»на хөкөм сығарҙы. Ул 31 әбейҙе үлтереүҙә, 33 тапҡыр оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарға һөжүм итеүҙә ғәйепле, тип табылды.

Тикшереү һәм суд фаразы  буйынса, 2011 йылдың мартынан 2012 йылдың октябренә тиклем ир 34 пенсионерға һөжүм итә. Ул Ҡазанда, Түбәнге Камала, Волжскиҙа, Ижевскиҙа, Түбәнге Новгородта, Чебоксарҙа, Өфөлә, Пермдә, Екатеринбургта, Һарытауҙа, Ивановола, Кировта, Һамарҙа, Силәбелә һәм Мәскәүҙә енәйәттәр ҡыла.

Ир яңғыҙ йәшәгән  өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы таба һәм уларҙың фатирҙарына коммуналь хеҙмәт хеҙмәткәре булып инә. Һуңынан ул ҡорбандарға һөжүм итә, туҡмай һәм быуып үлтерә, һуңынан торлаҡты тентеү һәм аҡса урлау менән шөғөлләнә.

  Енәйәттәр оҙаҡ ваҡыт асыҡланмай ҡала. Төрлө фараздар  тикшерелә. Тикшереүҙә енәйәтсенең генотибы тураһында мәғлүмәттәр була. Енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашлығы булыуы ихтимал 10 меңдән ашыу кеше тикшерелә, хоҡуҡ һаҡлаусылар 5 меңдән ашыу эксперт тикшеренеүҙәре үткәрә. 2020 йылдың декабрендә РФ Тәфтиш комитеты тәфтишселәре, криминалистары, Рәсәй генетик-эксперттары һәм полиция хеҙмәткәрҙәре үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү арҡаһында енәйәтсене табалар һәм ҡулға алалар. Һорау алыуҙар барышында ул таныу күрһәтмәләре бирә һәм енәйәттәрҙе нисек ҡылыуы  тураһында һөйләй.

  Татарстандың Юғары суды ирҙе  ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итте.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас