Сит ил автомобилен һатыу тураһындағы иғланды ғариза биреүсе интернетта тапҡан. Автомобиль икенсе республикала тип күрһәтелә. Ир һатыусы менән һөйләшкәндән һуң, улар килешеү төҙөй. Килешеүҙән һуң ғариза биреүсегә аҡсаның бер өлөшөн күсерергә кәрәк булған иҫәп номерын ебәрәләр.
Зыян күреүсе кәрәкле сумманы ебәрә һәм үҙ автомобилен көтә башлай. Бер нисә көндән уға тағы ла бер нисә түләү ебәреү тураһында хәбәр итәләр... Ир енәйәтселәрҙе бөтәһе 1,5 миллион һумға байытҡан.
Стәрлетамаҡтан 45 йәшлек ир ялған "инвестор" алдағына ышанып, 1 миллион һум кредит аҡсаһын һәм 300 мең һумға яҡын үҙенең шәхси тупланмаһын шикле проектҡа һалған.
Өфөнән 27 йәшлек ҡатын да инвестиция ярҙамында аҡса эшләргә ниәтләгән. Һөҙөмтәлә 1,5 миллион һумдан ашыу кредит аҡсаһын юғалтҡан.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.