«Сириус» компанияһы Талкас күле буйында яңы туристик комплекс төҙөргә ниәтләй. Төҙөлөштөң беренсе этабын тормошҡа ашырыуға инвестициялар күләме яҡынса 20,5 миллион һум тәшкил итәсәк.
Ойошма вәкиле хәбәр итеүенсә, беренсе этапта 40 кешегә иҫәпләнгән модулле ҡунаҡ йорттары һәм 30 урынлыҡ кемпинг майҙансығын йыһазландырыу планлаштырыла. Бынан тыш, ял базаһы биләмәһендә арҡан буйлап үрмәләү паркы һәм балалар майҙансығы барлыҡҡа киләсәк