Сәтләүектә фитин кислотаһы бар. Һыуға һалып торғанда ошо матдә тарҡала. Организм да сәтләүекте еңел эшкәртәсәк. Фитин тимер, цинк, һәм кальцийҙың үҙләштерелеүенә лә ҡамасаулай. Күп сәтләүектәрҙе икешәр сәғәт һыуҙа тотоғоҙ һәм һыуын һарҡытып, ҡыҙған табала киптереп, ҡыҙҙырығыҙ. Әстерхан сәтләүеген - 4 сәғәт, миндалде - 12 сәғәт, фисташка менән фундкукты -8 сәғәт һыуға һалып торалар.
Сәтләүекте ебеткәндә уға әсе тәм биргән танин да йыуылып төшәсәк.
Фото: