Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Марта 2024, 07:00

Күгебеҙҙә нимәләрҙер оса башланы...

Яңыраҡ ҡына баш ҡалаға яҡын районда БПЛА осоп йөрөгәне тураһында хәбәрҙәр таралғайны, хәҙер тағы...

Күгебеҙҙә нимәләрҙер оса башланы...Күгебеҙҙә нимәләрҙер оса башланы...
Күгебеҙҙә нимәләрҙер оса башланы...

Кисә кис Өфө күгендә бик тиҙ төшөп барған ниндәйҙер осҡосто күргәндәр. “Нимә икән?”, ”Дронды бәреп төшөрҙөләр, ахыры...”, ”Метеоритмы?”– күреүселәр социаль селтәрҙә һорау-фекерҙәрен яуҙырған ғына.

Белгестәр әйтеүенсә, әле йыһанда метеор ағымы юҡ. Төнгө күктә “ялтлаусы”ның яңғыҙ есем булыуы ихтимал.

Бәлки, НЛО? Тик башҡа планеталарҙа бер кем дә йәшәмәй шикелле. Нимә булды икән? “Уфанет” камераһы төшөргән һүрәт.

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас