Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2024, 16:15

Ташҡынға әҙерлек сиктәрендә

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫарҙары Лилиә Кәримова менән Александр Лопухов яҙғы ташҡын осоронда һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған муниципаль берәмектәрҙең әҙерлеген тикшереү маҡсатында Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко һәм Саҡмағош райондарында булды.

Ташҡынға әҙерлек сиктәрендәТашҡынға әҙерлек сиктәрендә
Ташҡынға әҙерлек сиктәрендә

Әлеге ваҡытта муниципалитеттар боҙҙо ҡаралау һәм ҡырҡыу кеүек традицион иҫкәртеү сараларын тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эш алып бара, республиканың тораҡ пункттарын һыу баҫыу хәүефе юҡ. Берлектәге эш барышында халыҡ араһында мәғлүмәт-аңлатыу кампанияһын ойоштороу буйынса тәҡдимдәр бирелде. Бөгөнгө көнгә республика биләмәһендә 21 муниципалитетта боҙҙо ҡаралау һәм ҡырҡыу буйынса эштәр башҡарылған, Шишмә һәм Борай райондарында шартлатыу эштәре ойошторолған. Ташҡындың аварияһыҙ үтеүен тәьмин итеү буйынса саралар үткәреү дауам итә. Шулай уҡ ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарының ташҡын осоронда йәйелдереүгә әҙерлеген тикшерәләр. Республика территорияһында 37 меңдән ашыу кеше һыйҙырышлы 276 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты бар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала йәшәүсе һәр кем «Ташҡын 2.0»системаһы ярҙамында яҙғы ташҡын барышын күҙәтә ала: https://portal.introgis.com/CoGIS/FloodRB#

Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Ташҡынға әҙерлек сиктәрендә
Ташҡынға әҙерлек сиктәрендә
Ташҡынға әҙерлек сиктәрендә
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас