Стәрлетамаҡтан юридик ойошманың 45 йәшлек хеҙмәткәрен аферистар, билдәһеҙ кешеләр иҫәптәге аҡсағыҙҙы үҙләштерергә маташалар, тип алдап, "ҡаршы кредит" алыуға күндерә. Ялған хеҙмәткәрҙәргә ышанып, ҡатын күрһәтмәләргә буйһона һәм 3 миллион һум самаһы шәхси тупланмаһын билдәһеҙ иҫәпкә күсерә.
Яңауыл районынан 67 йәшлек ир ҙә үҙенең банк иҫәбен муттарҙан һаҡларға маташҡан. Аферистар пенсионерҙы 500 мең һум шәхси аҡсаһын "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә күндерә.
Благовещен районынан 58 йәшлек ир аҡса эшләргә теләп, мутлашыусылар тоҙағына эләгә. Уға "инвестиция компанияһы хеҙмәткәрҙәре" шылтырата, активтарҙың үҫеше өҫтөнлөктәре тураһында һөйләй һәм еңел эш хаҡы вәғәҙә итә. Зыян күреүсе 600 мең һумдан ашыу шәхси тупланмаһын "кураторына" күсерә (ул суммаларҙы "инвестиция янсығына" һалырға тейешле була). Әммә аҡса ебәрелгәндән һуң ялған белгес юғала.
Был мутлашыу факттары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте:
- Хөрмәтле граждандар! Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Әгәр һеҙгә телефон аша кредит аҡсаһына инвестицияларға тәҡдим итәләр һәм табыш гарантиялайҙар икән - был мутлашыусылар. Телефонығыҙҙы һүндереп, шикле тәҡдимдәргә яуап бирмәгеҙ. Уяулыҡ - мутлашыуҙан иң яҡшы һаҡланыу сараһы.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.