Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2024, 07:00

Радий Хәбировтың был һүҙҙәре иҫкермәне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында сығыш яһағанда шуларҙы һөйләгәйне:

Радий Хәбировтың был һүҙҙәре иҫкермәнеРадий Хәбировтың был һүҙҙәре иҫкермәне
Радий Хәбировтың был һүҙҙәре иҫкермәне

“Бөгөн артабан алға барыу өсөн, минеңсә, нимәләр мөһим?

Беренсенән, беҙгә башҡорт халҡын берләштереү буйынса ышаныслы аҙым яһарға кәрәк. Беҙҙең бүлешә торған нәмә юҡ – барыбыҙҙың бер ер, бер Тыуған ил. Һәм бер эш – уның сәскә атыуы өсөн бөтә нәмәне эшләү.

Икенсенән, беҙ, башҡорттар тураһында иҫкергән ҡарашты үҙгәртергә кәрәк. Донъяла беҙҙе ниндәйҙер бер архаик стереотиптар буйынса баһаламаһындар. Башҡорт тәү сиратта ҡурайсы, бейеүсе, ҡортсо, һыбайлы, тип кенә түгел. Минеңсә, бөгөнгө башҡорттарға ата-бабалар аҡылы, ихласлыҡ, киң күңеллелек, ҡунаҡсыллыҡ, хеҙмәт һөйөү, теләһә ҡайһы һынауға ла бирешмәй ныҡ тороу, мобиллек, заманса үҫешкә әҙерлек хас булырға тейеш. Төбәгебеҙ – Европа менән Азия сиге. Шуға ла беҙҙең Көнсығышта һәм Көнбайышта булған бөтә яҡшы нәмәне бик килешле генә берләштереүебеҙ осраҡлы түгел... Нимә менән генә шөғөлләнмәйек, беҙ әхлаҡлы, белемле, үҙ эшебеҙҙең оҫтаһы булырға, һәр һүҙебеҙ, ғәмәлебеҙ, лайыҡлы хеҙмәтебеҙ менән башҡорт халҡының бөйөклөгөн арттырырға тейешбеҙ.

Өсөнсөнән, беҙ үткәнебеҙҙе, баһалап бөткөһөҙ мәҙәни мираҫыбыҙҙы белергә һәм ихтирам итергә тейешбеҙ.

Дүртенсенән, беҙ үҙ еребеҙҙең яуаплы хужаһы булыу өсөн уңышлы булырға тейешбеҙ. Башҡортостанды балаларыбыҙ, киләһе быуындар өсөн һаҡлау һәм нығытыу өсөн. Уларҙа ата-бабаларыбыҙ тапшырған мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү өсөн...”

БР Башлығының был һүҙҙәре бөгөн дә актуаль. Әйҙәгеҙ, башҡорттар, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, көсәйәйек, ишәйәйек, белем алайыҡ, заман һөнәрҙәрен үҙләштерәйек, насар ғәҙәттәрҙән арынайыҡ, иманлы һәм берҙәм булайыҡ!

Радий Фәрит улына ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, артабан да Башҡортостаныбыҙҙы үҫтереүҙә арымай-талмай эшләүен теләйек. Бөтә яҡшы эштәрҙе бергә эшләйек!

Фото: БР Башлығы сайтынан (архив).

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас