+22 °С
Дождь
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Марта 2024, 16:00
Мин һағындым тынлыҡ тауышын...
Ҡояш нуры үтеп керә алмаҫ, Ел дә иҫмәҫ хатта ул яҡтан... Керпек ҡаҡмай хәбәр көтәһегеҙҙер, Ут эсендә ҡалған һалдаттан... Мин әлегә иҫән, яраландым, Тик хәбәргә сыға алманым... Был тормоштоң бөтә матурлығын Бында килгәс кенә аңланым... Бер туҡтауһыҙ атыш тауышына Нисек түҙәлер ул – ер әсә... Был ерҙәр бит шишмә һыуын түгел, Гөрләүектәй аҡҡан - ҡан эсә... Ямғыр кеүек йәҙрә яуған саҡта Күккә ҡарап үтенеп һорайым: "Йә Раббым, Был упҡында ҡалдым яңғыҙым, Йән дуҫтарымды күп юғалттым... Әле беҙҙең күрәһеләр алда, Күрәһе бар яҙмыш ҡушҡанды... Доғам менән дуҫты терелтәмен, Доғам менән еңәм дошманды... Мин оноттом... алһыу таң атышын, Мин һағындым тынлыҡ тауышын... Өмөт осҡондарын ҡулға тотоп, Ут эсенә - кереп барышым... Халҡы өсөн бар йөрәген биргән Ысын егеттәр ҙә бик һирәк... Тормош ағыштарын көйләр өсөн, Матурлыҡты күреп һөйләр өсөн Иҫән ҡайтыу беҙгә бик кәрәк... Иҫән ҡайтыу беҙгә бик кәрәк!" Махсус хәрби операция биләмәһенә беҙҙең һалдаттар янына йыш барған, ярҙам итеп торған Рузәл Минһажевтың йөрәк һүҙе.
Мин һағындым тынлыҡ тауышын...
Фото: Т. Аманов
Автор:
Гөлнара Солтанова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"