Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Марта 2024, 17:30

Фажиғә бит был: Өфөнән 51 йәшлек ҡатын муттарға ышанып, фатирынан яҙған, кредитҡа батҡан...

Ҡатынға тәүҙә ялған "элемтә операторы" шылтыратҡан, унан һуң "дәүләт хеҙмәттәре" порталы хеҙмәткәре" бәйләнешкә ингән, артабан "уйынға" "РФ Үҙәк банкы хеҙмәткәре" ҡушылған. 

Фажиғә бит был: Өфөнән 51 йәшлек ҡатын муттарға ышанып, фатирынан яҙған, кредитҡа батҡан...Фажиғә бит был: Өфөнән 51 йәшлек ҡатын муттарға ышанып, фатирынан яҙған, кредитҡа батҡан...
Фажиғә бит был: Өфөнән 51 йәшлек ҡатын муттарға ышанып, фатирынан яҙған, кредитҡа батҡан...

Ҡатынды, мутлашыусылар аҡсағыҙҙы урларға маташа, һеҙҙең исемгә кредит алалар, тип ҡурҡытҡандар, аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә күндергәндәр. Аферистарҙың һүҙенә ышанған ҡатын улар әйткән иҫәпкә бөтә шәхси тупланмаларын күсергән, бер нисә кредит алып, фатирын һатып, бар сумманы шунда һалған. Дөйөм зыян күләме 11 миллион һумдан ашыу.

Әлеге ваҡытта был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Енәйәт ҡылыуға ҡағылышы булған кешеләрҙе асыҡлау буйынса саралар күрелә.

Фото: БР ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас