Өфөнән бер иргә ялған "телефон компанияһы, банк, хоҡуҡ һаҡлау органдары, дәүләт хеҙмәттәре порталы хеҙмәткәрҙәре" шылтыратып, уның аҡсаһына хәүеф янауына ышандыра. Ир смс-хәбәрҙәге кодты әйтеп, 1,5 миллион һумдан ашыу шәхси аҡсаһын юғалтҡан.
Тағы ла бер ҡатын "инвестор" менән аралашҡандан һуң, уның күрһәтмәһе буйынса үҙенең телефонына махсус ҡушымта урынлаштыра һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарға инвестицияларға өмөтләнеп, 800 мең һумдан ашыу кредит аҡсаһын, 240 мең һумдан ашыу шәхси тупланмаларын һәм 240 мең һумдан ашыу кешеләрҙән бурысҡа алған аҡсаны индерә.
Республикала йәшәүсе ике кеше муттарға 750-шәр мең һум аҡса күсергән. Ике осраҡта ла мутлашыусылар үҙҙәрен "элемтә компаниялары, дәүләт хеҙмәттәре порталы, банктар һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре" итеп таныта. Өфөнән бер ирҙе һәм Учалы районында йәшәүсе ҡатынды муттар, билдәһеҙ әҙәмдәр һеҙҙең аҡсағыҙҙы урларға маташа, быға юл ҡуймаҫ өсөн "ҡаршы кредит" алырға кәрәк, тип алдайҙар. Һуңынан аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә күндерәләр.
Инде көн һайын аферистар, уларҙың хәйләләре хаҡында тылҡыйбыҙ, зинһар, иғтибар итегеҙ - ят номерҙан шылтыратыуҙарҙы алмағыҙ, төрлө хәбәрҙәргә яуап яҙмағыҙ, буш сырға ҡыҙыҡмағыҙ, аҡса күсермәгеҙ, уяулыҡты юғалтмағыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.