Владимир Путин Өфөлә «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы үткәреү тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы. Ҙур сара быйыл көҙ башында була.
Ҡарарға ярашлы, РФ Хөкүмәте форумды үткәреүҙе тәьмин итә, финанс сығымдарын билдәләй. Башҡортостан Хөкүмәте лә урындағы ҡаҙнанан аҡса йүнәлтә.
Халыҡ-ара сараларҙы юғары кимәлдә үткәреүгә беҙҙең республика һәр ваҡыт етди ҡарай.