Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Март 2024, 12:00

Күперҙәге юлдың бер һыҙаты ябыла

Иғтибар! Белеүегеҙсә, Өфөлә аркалы Ағиҙел күперендә капиталь ремонт бара. Бөгөндән унда иң ҡатмарлы эшкә тотонғандар.

Күперҙәге юлдың бер һыҙаты ябылаКүперҙәге юлдың бер һыҙаты ябыла
Күперҙәге юлдың бер һыҙаты ябыла

Хәҙер күперҙең 280 тонналыҡ тартҡан аркаһы алына. Ул авария хәлендә. Ҡатмарлы процесты башҡарғанда яңы күперҙә бер һыҙат ябыласаҡ. Унда махсус техниканы ултыртырға кәрәк.

Сикләү апрель аҙағынаса таңғы сәғәт 6-нан төнгө 11-гә тиклем ғәмәлдә була. Күперҙән ингәндә-сыҡҡанда ошоно иҫәпкә алығыҙ.

Әйткәндәй, иҫке арка урынына яңыһы ҡуйыласаҡ.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас