***
Яҙһыҙ йәшәй аламы һуң кеше,Ярай әле ерҙә яҙҙар бар!Шуғалыр ҙа туңған күңелдәрҙеИретерлек яҡты наҙҙар бар.Яҙҙар өсөн генә йәшәрлек бит,Янырлыҡ бит ғүмер буйына,Яҙ тыуҙыра яңы тереклектеҺәм саҡыра тыуым туйына.Эй, яҙҙарҙың шатлыҡ- ҡыуанысыЙыл буйына китмәй хәтерҙән!Ҡайғы- хәсрәт килгән саҡтарҙа лаМоңландырып тама бәғерҙән...Кем ҡояшҡа йөҙөн бормай икәнМиҙгелдәрҙең нурлы таңында?Мин йәшәйем алыҫ ҡыштарҙа ла,Яҙҙарымдың наҙы һағында. (З. Вәлит)