Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2024, 14:53

Йоҡлап ҡына ятыр урынға, төнгө "һунарға" сыҡҡан

Белорет районы Ломовка ауылынан 14 йәшлек үҫмер төндә туған тейешле ҡатындың өйөнә инеп, уның ювелир биҙәүестәрен урлаған һәм ауылдашының "Лада Калина"һын урларға маташҡан.

Йоҡлап ҡына ятыр урынға, төнгө "һунарға" сыҡҡанЙоҡлап ҡына ятыр урынға, төнгө "һунарға" сыҡҡан
Йоҡлап ҡына ятыр урынға, төнгө "һунарға" сыҡҡан

Иртәгәһенә зыян күреүселәр кемдеңдер төнгө мажаралары һөҙөмтәләрен күрә һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Ҡарҙағы яңы эҙҙәр малайҙың өйөнә алып килә. Ул үҙ ғәйебен таныған һәм тәүбә иткән. Урланған ювелир әйберҙәр (22 мең һумлыҡ) хужаһына кире ҡайтарылған.

Үҫмер урлашыуҙа һәм автомобилде урларға маташыуҙа ғәйепләнә. Әлеге ваҡытта тикшереү тамамланған, материалдар судҡа тапшырылған, тип РФ ЭЭМ Белорет районы буйынса бүлексәһе өлкән тәфтишсеһе Ләлә Ғиләжева хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас