Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Марта 2024, 15:30

Муттарҙың һөжүме кәмемәй...

Уҙған өс көндә республика халҡы мутлашыусыларға 14 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.

Муттарҙың һөжүме кәмемәй...Муттарҙың һөжүме кәмемәй...
Муттарҙың һөжүме кәмемәй...

Өфөнән 58 йәшлек пенсионерға мессенджерҙан хәбәр килә. Таныш булмаған кеше, йәнәһе лә, "инвестиция компанияһы трейдеры", аҡса эшләргә тәҡдим итә. Ныҡыш "трейдер" ирҙе мобиль ҡушымтаны күсереп алырға һәм аҡса туплау иҫәбен асырға өгөтләп күндерә. Ике аҙна дауамында "белгес" пенсионерға кредит аҡсаһын мобиль ҡушымтаға һалырға ярҙам итә. Һуңынан пенсионер аҡсаһын кире алырға йыйынғас, ялған "инвестор" юғала. Зыян күреүсенең банк алдындағы бурысы - 4 миллион һумдан ашыу.

Баш ҡала ресторандарының береһендә эшләгән 47 йәшлек ҡатын да үҙенең килемен инвестициялау юлы менән арттырырға теләй. 1,5 ай буйына ҡатын "куратор" етәкселеге аҫтында инвестиция янсығына 2 миллион һум кредит аҡсаларын индерә, әммә һөҙөмтәлә бер ниндәй ҙә дивидендтар алмай, кредит һаҙлығына ғына батып тороп ҡала...

Миәкә районынан 49 йәшлек ҡатынды ялған "хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм банк хеҙмәткәрҙәре" алдаған. Шылтыратыусылар "иҫәптәге шикле эшмәкәрлек" тураһында хәбәр итә һәм ҡатынды "ҡаршы кредит" алырға күндерә. Аҡса аферистарҙың иҫәбенә күскәс кенә ҡатын уларҙың тоҙағына эләккәнен аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Зыян күләме -  4 миллион һумдан ашыу. 

Учалы һәм Благовещен райондарынан 62 һәм 60 йәшлек урындағы кешеләр ҙә шундай уҡ тоҙаҡҡа ҡапҡан. Зыян күреүселәрҙең һәр береһе 1,5 миллион һум кредит ала һәм сумманы шылтыратыусыларҙың банк иҫәбенә күсерә. Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Банк хеҙмәткәре шылтыратһа, һөйләшеүҙе өҙөгөҙ. Муттар ялған номерҙар ҡуллана ала. Бер ниндәй осраҡта ла шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм карта реквизиттарын башҡаларға бирмәгеҙ. Иғтибарлы булығыҙ. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас