- Был – беҙҙең ат спорты буйынса йыйылма команданан дөйөм бүләгебеҙ. Бөтә илебеҙҙең яҙмышы хәл ителгән көндә, үҫмерҙең тормошонда ла ыңғай үҙгәрештәр булһын, тип уйланыҡ. Ул яҡты киләсәккә ышанһын. Һәм, әлбиттә, үҫмерҙең ат спорты менән ҡыҙыҡһыныуын, күнекмәләрен, ваҡыт үтеү менән беҙҙең уйынсылар командаһына ҡушылыуын маҡсат итеп ҡуйған бүләгебеҙ. Илдар был айғырҙан яҡшы ат үҫтерә алыр, тип ышанам, - ти Ғәлим Шафиҡ улы.