Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Март 2024, 10:51

Ковид менән ауырыусылар күбәйгән

Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар һаны бер аҙ артҡан.

Ковид менән ауырыусылар күбәйгәнКовид менән ауырыусылар күбәйгән
Ковид менән ауырыусылар күбәйгән

  БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә 103 кешелә был инфекция асыҡланған. Уҙған аҙнала ауырыусылар һаны 95 – 97 кешенән артмай ине.

Әлеге ваҡытта 143 пациент дауаханала медицина ярҙамы ала. Шул иҫәптән 80 кеше – 60 йәште уҙған ололар. 1903 кеше амбулатор рәүештә дауаланыу курсы үтә. Тәүлек эсендә 102 кешенең был сирҙән һауығыуы теркәлгән.

Фото:Т.Аманов. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас