– Улым Кәримдең 2 йәшендә апаһы менән һөйләшкән видеоһы килеп сыҡты. «Концертҡа бармайым, сибәр апайға барам, Алим килә», – ти. 5 айынан башлап беҙҙең менән гастролдә йөрөнө бит. Ҙур инәһе (Фәдистең бер туған апаһы Рита) ғаиләһен ташлап, беҙҙең менән йөрөнө. Оло рәхмәтлебеҙ уға.
Сәхнәлә йырлап торғанда күкрәк һөтө ағып сыға, бала илай, сығып йүгерәм. Ҙур шар һалып йөрөнөк, шунда һикертмәһәң йоҡлап китмәй ине. Шарҙы бағажникка һалыуы оло бәлә. Үҙе бер мөлкәт. Өҫтәүенә мультиварка ла алып йөрөй инек. 23 йыл филармонияла эшләйем, бер тапҡыр больничныйға сыҡҡаным юҡ. Хатта декрет ялында ла ултырманым, - ти йырсы.