Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Марта 2024, 18:00

Георгиндарығыҙ нисек ҡышлаған?

Баҙға һаҡларға ҡуйылған сәскәләрегеҙҙе ҡарап сыҡтығыҙмы әле? Сығарырға ваҡыт. .

Георгиндарығыҙ нисек ҡышлаған?Георгиндарығыҙ нисек ҡышлаған?
Георгиндарығыҙ нисек ҡышлаған?

Георгиндарығыҙ нисек ҡышлаған? Кипмәгәндәрме?

Ғәҙәттә, был сәскәнең бүлбеләрен баҙҙан апрель баштарында сығарып күҙләнергә ҡуялар. Бөрөләре күренгәс, бүлергә кәрәк. Ҡырҡылған урынға күмер онтағы һибергә һәм бер нисә көндән ағас онтағы, ҡом, тупраҡ һалынған һауытҡа ултыртып ҡуйырға ла мөмкин.

Тышҡа сығарып ултыртҡанда тупраҡтың 10 градусҡа тиклем йылыныуы шарт. Ултыртыр алдынан бер аҙ марганцовка иретмәһендә тотоп алыу күп ауырыуҙарҙан һаҡлар.

 

 

Фото: 1svoimi-rukami.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас