+22 °С
Дождь
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Марта 2024, 04:00
Ял көндәрендә өйҙә ял да итегеҙ
Ҡатын-ҡыҙҙың ял көндәре өйҙө йыйыштырып үтә. Өй эштәре йыйылып китмәһен өсөн түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.
Ял көндәрендә өйҙә ял да итегеҙ
Иртән уяныу менән йыуынырға барыр алдынан карауатығыҙҙы йыйыштырып ҡуйырға йыбанмағыҙ.
Ашау менән өҫтәлде һөртөп, сынаяҡ- тәрилкәләрегеҙҙе йыуып ҡуйырға ғәҙәтләнегеҙ.
Бысраҡ керҙәрҙе махсус рәүештә кәрзиндәргә йыйып барып йыуығыҙ. Улар кәштәлә , карауат өҫтөндә өйөлөп ятмаһын.
Өй иҙәне йыуылмаһа ла, ишек төбөн, ванна , кухня иҙәнен, ауылда торһағыҙ, тупһағыҙҙы көн дә йыуығыҙ, һеперегеҙ, балаҫтарын ҡағығыҙ. Бының өсөн күп ваҡыт кәрәкмәй.
Иҙән йыуыу өсөн һәр саҡ уңайлы швабраларығыҙ, туҙан һөртөргә бер нисә салфеткаларығыҙ булһын.
Аш- һыу бүлмәһенең иң бысраҡ урыны- газ плитәһе. Ҡашығаяҡ йыуғанда уны ла тиҙ генә һөртөп алырға була.
Көҙгө алды , шкафтаҙағы әйберҙәрҙе (биҙәнеү әйберҙәре, тараҡ, лак, духилар) күсереп, күтәреп туҙан һөртөүе мәшәҡәтле эш. Шуға ла уларҙы ҡумталарҙа һаҡлағыҙ.
Ҡатын- ҡыҙҙың күп ваҡыты аш- һыу бүлмәһендә үтә. Аш, бутҡа , ҡамыр аштары бешкәнсе, тиҙ генә һыуытҡысты йыуырға, боҙола башлаған әйберҙәрҙе ырғытырға була.
Аҙна һайын шкафтарығыҙға “ревизия” эшләп тороғоҙ, кеймәгән, ҡулланмаған әйберҙәрҙән арындырығыҙ.
Кәрәге тейер әле, тип бер нәмә лә йыймағыҙ ( ҡумталар, пластик һауыттар, полиэтилен пакеттар һ.б). Артыҡ әйбер өйҙө “баҫа”.
Телефонығыҙға текәлеп уртырыр алдынан эшләнмәй ҡалған эштәрегеҙҙе уйлағыҙ. Мәҫәлән, ярты сәғәт интернетта ултырғансы өйөгөҙҙөң иҙәнен тиҙ генә һөртөп сыға алаһығыҙ.
Өйҙө йыйнаҡ итеп тотоуҙың төп принцибы – иртә тороу, йыбанмай тиҙ генә өйҙө тәртипкә килтереү, алған әйберҙе үҙ урынына ҡуйыу, раковинаға бысраҡ һауыт- һаба йыймау.
Бешеренгәндә хужабикәләр күп һауыт ҡуллана. Шуға эш барышында уларҙы тиҙ генә йыуып ҡуя барығыҙ.
Фото:
mykaleidoscope.ru
Автор:
Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"