Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Март 2024, 12:15

Иң әүҙем һайлаусылар ҡайҙа?

  Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова республикала иң әүҙем ҡатнашыусы һайлау участкаларын атаны. 

Иң әүҙем һайлаусылар ҡайҙа?Иң әүҙем һайлаусылар ҡайҙа?
Иң әүҙем һайлаусылар ҡайҙа?

 Иң күп тауыш биреүселәр  Илеш районының Бишҡурай ауыл советында билдәләнгән. Унда һайлаусыларҙың 96 проценты Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашҡан. Өфө ҡалаһының Дим районы биҫтәһендә урынлашҡан 113 мәктәптәге һайлау учаскаһында иһә һайлаусыларҙың 82 проценты тауыш биргән. Әбйәлил районы Асҡар ауылындағы 767-се һайлау учаскаһында һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың –  86, Бәләбәй районы Надеждино ауылында  – 84, Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында – 86, Мәсетле районында 83 проценты үҙ тауышын биргән.  

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас