Уның әйтеүенсә, был ваҡытҡа республика һайлаусыларының 80,6 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән. Башҡортостанда бөтәһе 2371598 кеше тауыш биргән.
Һайлау барышында Үҙәк һайлау комиссияһына 179 мөрәжәғәт булған. Нигеҙҙә, һайлау тәртибен, шәхси мәғлүмәттәрҙе асыҡлауға ҡағылышлы булған. Марат Ғәҙелов билдәләп үтеүенсә, һайлау ҡануниәте тәртибен боҙоу осраҡтары теркәлмәгән.