Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2024, 17:00

Йоҡо туйһын өсөн

*Һәр ваҡыт бер үк ваҡытта йоҡларға ятығыҙ һәм тороғоҙ. *Кисен йоҡо һәйбәт булһын өсөн, көндөҙ мотлаҡ физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнегеҙ. Ә бына йоҡлар алдынан физик әүҙемлек кәңәш ителмәй. *Киске аш ауыр булмаһын, шул уҡ ваҡытта кис буйы асығып йөрөү ҙә һәйбәт түгел. *Көндөҙ ярты сәғәт самаһы серем итеү файҙалы булһа, ун алты сәғәттән һуң йоҡлап алыу төнгө йоҡоно боҙа.   

Йоҡо туйһын өсөнЙоҡо туйһын өсөн
Йоҡо туйһын өсөн

Йоҡлап китеп булмай икән, үҙе­геҙҙе мәжбүр итмәгеҙ. Тороп, бер аҙ йөрөп алыу, бер-ике йотом һыу йотоу, һил ҡараңғылыҡта ултырыу яҡшы булыр. Был һеҙгә тынысыраҡ уйҙарға күсергә ярҙам итер, ә һыуы­ныу – тән температураһының төшөүе талғын ғына ойота.
Йоҡоно көйләүсе табиптарҙың тағы бер бәләкәй генә сере бар: төндә сәғәткә ҡарарға ярамай. Сәғәт һандарын күреү, баҡһаң, ирекһеҙҙән, беҙ торорға күпме ваҡыт ҡалғанын иҫәпләй, “тағы йоҡом туймай инде” тип борсола башлайбыҙ. Мейебеҙ, был уйҙы йомғаҡ урағандай үҫтереп, йоҡоно ҡасыра.
Түбәндәге бер нисә ҡағиҙәне күҙәтеү ҙә һеҙгә йоҡоғоҙҙо дарыуһыҙ ғына көйләргә булышлыҡ итер.


Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас