15 марттан 17 – һенә тиклем Башҡортостанда РӘХМӘТ-2024 акцияһы үтә. Акцияның сайтында 345 меңдән ашыу билет теркәлгән. Бүләктәр көнөнә ике мәртәбә уйнатыла. Кисә 202 кеше бүләк отто. Приздар исемлегендә телевизорҙар, ноутбуктар, саң һурҙырғыс роботтар, планшеттар һәм башҡа күп әйберҙәр бар.
Тәүге отош эйәләренә бүләктәр кисә үк тапшырылды. Суперприздар киләһе аҙнала уйнатыла. Унда фатир, автомобиль, шифаханаларға, Сочиға юлламалар оторға мөмкин.