Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2024, 10:20

Төбәктә ике оло кешегә һайлауҙа ҡатнашырға ярҙам иткәндәр

Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш биреүҙең икенсе көнөндә төшкө сәғәт 2-гә тиклем Башҡортостандың колл-үҙәге һайлаусыларҙан 12 шылтыратыу ҡабул иткән. Был хаҡта махсус матбуғат үҙәге эшендә структура вәкиле Анна Сучкова һөйләне.

Төбәктә ике оло кешегә һайлауҙа ҡатнашырға ярҙам иткәндәрТөбәктә ике оло кешегә һайлауҙа ҡатнашырға ярҙам иткәндәр
Төбәктә ике оло кешегә һайлауҙа ҡатнашырға ярҙам иткәндәр

Уның мәғлүмәте буйынса, мөрәжәғәттәр башлыса УИК-тарҙың ҡайҙа урынлашыуына һәм уларҙың эш режимына ҡағыла. 15 һәм 16 мартта кол-үҙәккә граждандарҙан бөтәһе 40 мөрәжәғәт килә.

"Кисә беҙгә 90 һәм 85 йәшлек һайлаусылар мөрәжәғәт итте, Улар үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәргә теләне һәм һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәрен өйҙәренә килеүҙәрен һораны. Әлбиттә, беҙ уларға ярҙам күрһәттек», — тип билдәләне Анна Сучкова.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас