Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2024, 12:00

Әсәһенең йөрәген ҡырҡып алған

Донъяла ниндәй генә хәлдәр булмай... Америкала 58 йәшлек бер ҡатын өйрәнеү өсөн әсәһенең йөрәген ҡырҡып алған. 

Әсәһенең йөрәген ҡырҡып алғанӘсәһенең йөрәген ҡырҡып алған
Әсәһенең йөрәген ҡырҡып алған

 

 Американың Флорида штатындағы Таллахасси полиция идаралығы хеҙмәткәрҙәре урындағы халыҡтың шылтыратыуынан һуң, 58 йәшлек Эрлин Такерҙың өйөнә бара.

  Килеп етеүгә улар Эрлинды йорто янында шәрә килеш осрата. Ниндәйҙер кейем табыу ниәте менән ҡатынды өйгә алып инәләр. Бында иһә улар шаҡ ҡатырғыс күренешкә тап була. Бүлмәләрҙең береһендә Эрлиндың әсәһенең үле кәүҙәһе ята. Уның күкрәк тәңгәлендә ҙур яраһы була,  ә янында ниндәйҙер эске органы  тәгәрәп ята. Ул меҫкен әсәнең йөрәге булып сыға.  Ҡулға алынған Эрлин йөрәген тикшереү өсөн әсәһен үлтереүен таный. Йәнәһе, яҡыны уның менән бик ҡаты ҡыланған.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас