Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2024, 16:35

"Рәхмәт" сайтында 2 миллиондан артыҡ кеше теркәлгән

Башҡортостанда «Рәхмәт» бүләктәр уйнатыу сайты һайлауҙың ике көнөндә QR-билеттарға 2 миллион ғариза ҡабул иткән.

"Рәхмәт" сайтында 2 миллиондан артыҡ кеше теркәлгән"Рәхмәт" сайтында 2 миллиондан артыҡ кеше теркәлгән
"Рәхмәт" сайтында 2 миллиондан артыҡ кеше теркәлгән

Башҡортостанда «Рәхмәт» бүләктәр уйнатыу сайты һайлауҙың ике көнөндә QR-билеттарға 2 миллион ғариза ҡабул иткән. Уларҙы теркәргә өлгөрөү өсөн сайт тәүлек әйләнәһенә, ә 17 мартта — 21 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

 Был хаҡта акцияны ойоштороусыларҙың вәкиле Регина Ҡадирова белдергән. Ике көндә  500-ҙән артыҡ кеше бүләк отҡан.Ҡайһы бер еңеүселәр приздарын алырға килгән дә инде.

"Әгәр һеҙҙең теркәлеү үтмәй икән, VPN-дың ҡабыҙылғанмы-юҡмы икәнен тикшерегеҙ. Уны һүндерергә кәрәк”, - тип кәңәш итә Ҡадирова. Суперприздар алдағы көндәрҙә түгел, ә бер аҙ һуңыраҡ уйнатыласаҡ. Улар араһында-фатир, «Нива» машинаһы, Сочи шифаханаларына һәм Башҡортостан курорттарына путевкалар.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас