Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2024, 12:30

Һайлауҙан һуң - байрамға!

Иҫке Ҡаҙансылар ил яҙмышына ла, спортҡа ла битараф түгел.  

Һайлауҙан һуң - байрамға!Һайлауҙан һуң - байрамға!
Һайлауҙан һуң - байрамға!

Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылында ысын байрам кәйефе хөкөм һөрә: ололар ил киләсәген хәстәрләп һайлауға барһа, уларға балалар ҙа эйәрә. Беренсенән, ғаилә менән һайлауға барыусылар араһында бүләктәр ойошторолһа, икенсенән ауыл активистары улар өсөн матур байрам сараһы ла ойошторҙо. "Сәләмәтлек көнө" тип аталған ғаилә байрамы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Тәүҙә төрлө йәш төркөмдәре араһында саңғы ярыштары үтте. Еңеүселәр өсөн иҫтәлекле бүләктәр, Маҡтау грамоталары әҙерләнгәйне. Артабан Ағинәйҙәр ҡоро ағзалары килгән ҡунаҡтарға халыҡ уйындарын иҫтәренә төшөрҙө. Йүгереү, арҡан тартыу, Байрамға Ҡыш бабай ҙа килгән ине - ул яҙға аҡ юл теләп, үҙе менән ҡыш һыуыҡтарын алып китте. Мәктәптең спорт залында күңелле старттар үтте, бер төркөм балалар "Батыр" физкультура үҙәгендәге бассейнға ла барып өлгөрҙө.

Байрам сараһы тәмле ҡоймаҡтар, бәлештәр менән һығылып торған, шифалы үләндәрҙән әҙерләнгән сәй табыны артында тамамланды. 

 

 

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас