Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2024, 12:40

Уҙған тәүлектә республикала туғыҙ янғын теркәлгән

Бөгөн көндөҙ Баҡалы районының Наратсоҡор ауылында янғын сыға.

Уҙған тәүлектә республикала туғыҙ янғын теркәлгәнУҙған тәүлектә республикала туғыҙ янғын теркәлгән
Уҙған тәүлектә республикала туғыҙ янғын теркәлгән

Янғын урынына тиҙ арала Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғын һүндереүселәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килеп еткән. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Янғын сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.

Кисә кис Баймаҡ районы Темәс ауылында ла ҡурҡыныс янғын булған. Утты Темәс, Түбә янғын һүндереүселәре һүндергән. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр, шөкөр, юҡ.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Яҡындарығыҙ, донъя-ерегеҙ, мал-тыуарығыҙ имен булһын!

Фото: МЧС РБ.

Уҙған тәүлектә республикала туғыҙ янғын теркәлгән
Уҙған тәүлектә республикала туғыҙ янғын теркәлгән
Уҙған тәүлектә республикала туғыҙ янғын теркәлгән
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас