Иртәнге сәғәттәрҙә киң матбуғат саралары хәбәрселәре менән Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов осрашты һәм республикалағы һайлауҙарҙың барышы менән таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, республикала бөгөн һайлаусылар өсөн 3308 һайлау участкаһы асылған.
-Халыҡтың һайлау участкаларына үҙем килеүен күҙәтәбеҙ. Өс көн барған һайлауҙар тыныс үтер, тип уйлайым, – ти ул.
Азат Ғәлимхановтың белдереүенсә, һайлау участкаларына барып та, йөрөй алмаған граждандарға өйҙә лә тауыш бирергә мөмкин. Йөрөй алмағандарға һайлау комиссияһы вәкилдәрен өйҙәренә үҙҙәренә саҡыртырға кәрәк. Һәр кем 88002000020 телефонына шылтыратып һайлау участкаһын, уның адресын белә ала.
Быйыл 90 мең граждан һайлауҙарҙа тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.
Фото: Башинформ