Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Март 2024, 13:00

Шикле осоусы аппарат ҡурҡыуға һала

"Беспилотник" тар беҙгә лә осоп килеп етә башланымы? Аллам һаҡлаһын!

Шикле осоусы аппарат ҡурҡыуға һалаШикле осоусы аппарат ҡурҡыуға һала
Шикле осоусы аппарат ҡурҡыуға һала

«Авиаинцидент» телеграм-каналы мәғлүмәте буйынса, кисә иртән Башҡортостан күгендә шикле пилотһыҙ аппарат осоуын күргәндәр.

Аэростат пилоты осоштар етәксеһенә 800 –1000 фут бейеклектә Иглин районының Әмит ауылы өҫтөнән самолет тибындағы асыҡ төҫтәге пилотһыҙ осоусы аппараттың китеп барыуын, осоштоң  «С» класындағы һауа киңлегендә алдан  хәбәр итмәйенсә, һауа киңлеген файҙаланыу тәртибен боҙоп хәрәкәт итеүен әйтә.

Мәғлүмәт һауа көстәренән һаҡланыу оборонаһы һәм Эске эштәр министрлығына еткерелә.

 «Режим» сигналы иғлан ителмәгән.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас