Ураҙа томаған кеше лә ифтарға килергә мөмкин. Ислам ҡанундары буйынса, кеше ураҙа тотамы, юҡмы икәнен бер кемдең дә тикшерергә хоҡуғы юҡ. Һәр кемдең үҙ эше. Киреһенсә, уның ифтарға килеүен шатланып ҡабул итергә кәрәк. Сөнки ул башҡалар менән бергә дин тураһында һөйләшә, Ҡөрьән сүрәләрен, вәғәз тыңлай, ғибәҙәт ҡыла. Кем белә, бәлки, алдағы көндәрҙә ураҙа тоторға үҙе лә ҡарар ҡылыр.