24 водитель икенсегә тотола, уларға ҡарата енәйәт эше асылған.
Дәүләт автоинспекцияһы эскелеккә ҡаршы көрәште даими алып барасаҡ. Был эштә беҙгә башҡа хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре һәм битараф булмаған граждандар ярҙам итә, - тип белдерә баш автоинспектор Владимир Севастьянов. - Дөйөм тырышлыҡ менән генә беҙ хәлде ыңғай юҫыҡҡа бора алабыҙ. Дуҫтар, әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтегеҙ һәм иҫерек килеш автомобиль йөрөткән водителдәр тураһында БР буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына йәки Дәүләт автоинспекцияһының телеграмм чатына хәбәр итегеҙ.