Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Март 2024, 16:00

***

 Кем уйлаған ғүмер офоғонда, Боролоп ҡарап үткән юлыма, Әйтермен тип: «И бер Аллам! Ярай , тыуыу менән Алтын тотторманың ҡулыма!» Ярай әле, аяҡ баҫыуыма, Утыртманың затлы тәхеткә. Юҡһа мәңге ышана алмаҫ инем Ерҙә йөрөгән тыйнаҡ бәхеткә. Белмәҫ инем ҡара икмәк тәмен, Хеҙмәттең дә татлы булыуын. Бәлзәм түгел, шишмә һыуҙарынан Тәнгә йәшәү дәрте тулыуын. Һуҡыр кеше булып ҡалыр инем , Алтын ситлекләрҙә йәшәһәм. Кешеләрҙән ихлас йәштәремде, Ысын хистәрҙе әгәр йәшерһәм ... Рәхмәт, яҙмыш ! Төрлө һынауҙарға Йомарт булды минең ғүмерем. Юҡһа нисек аңлай алыр инем Татлы миҙгелдәрҙең ҡәҙерен ?! Рәмзия Габделхакова

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас