Немец ғалимдары, тауыштың кешегә йоғонтоһон өйрәнгәндән һуң шундай һығымтаға килгән. Медиктар иҫәпләүенсә, тауыш нормаһы 30 децибелға тиң булырға тейеш. Ә урамдағы туҡтауһыҙ хәрәкәт итеүсе машиналарҙың 55 децибелдан юғары булған тауыш көсө гипертония ауырыуына килтереүе ихтимал. Асыҡ тәҙрә эргәһендә йоҡлаған кешенең сәләмәтлегенә төнгө тауыш та етди зыян килтерә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.